Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Алсия Папанина - Рәхмәтлемен (2015) | Текст песни

1. Рәхмәтлемен һиңә, һөйгән йәрем,
Матур йәшлек бүләк иткәнгә.
Һөйөүеңде миңә бүләк итеп,
Бергә-бергә ғүмер үткәнгә.

Ҡушымта:
Рәхмәт һиңә, рәхмәт яратҡанға,
Ғашиҡ иткәнеңә үҙеңә.
Ҡояш булып балҡының һин
Хискә тулған күңел күгемдә.

2. Рәхмәтлемен һиңә, берҙән-берем,
Бар күңелең менән һөйгәнгә.
Һағыныуың, наҙың, йырҙарыңды
Миңә генә бүләк иткәнгә.

Ҡушымта:
Рәхмәт һиңә, рәхмәт яратҡанға,
Ғашиҡ иткәнеңә үҙеңә.
Ҡояш булып нурландың һин
Хискә тулған күңел күгемдә.

3. Рәхмәтлемен һиңә, йөрәккәйем,
Яҙмышымды күмдең хистәргә.
Яҙһын беҙгә ошо һөйөү менән
Ғүмер юлын биҙәп йәшәргә.

Ҡушымта:
Рәхмәт һиңә, рәхмәт яратҡанға,
Ғашиҡ иткәнеңә үҙеңә.
Ҡояш булып нурландың һин
Хискә тулған күңел күгемдә.
Рәхмәт һиңә, рәхмәт яратҡанға,
Ғашиҡ иткәнеңә үҙеңә.
Ҡояш булып балҡының һин
Хискә тулған күңел күгемдә.
Ҡояш булып нурландың һин
Хискә тулған күңел күгемдә.

Гөлнур Ҡыуатова һүҙҙәре
Риф Арыҫлан көйө

Алсия Папанина еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1