1. Алтын көҙҙә алтын мәктәбебеҙ
Ҡаршы ала йыйып ҡосағын .
Белем тауына менергә ,
Донъя серен төшөнөргә
Һиңә килдек беҙ алыҫтан тағы.
Ҡушымта: Көтә беҙҙе тыуған мәктәп,
Яҡты юлдар, уңыш теләп.
Еҙ ҡыңғырау моңо менән ҡаршы ала.
Киләсәккә өндәгәндәй ишек аса уҡытыусы,
Уның өсөн ҡәҙерле шул һәр бер бала.
2. Ояһынан осҡан ҡоштар кеүек
Таралырбыҙ төрлө яҡтарға.
Һин алырһың беҙҙе көтөп,
Ишегеңде асып үтеп
Беҙ ҡайтырбыҙ бала саҡтарға.
Ҡушымта: шул уҡ (2 тапҡыр).
Алтынай еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2