Эх, ҡысҡырып бер иларға ине,
Әсәйемдең ятып ҡулына.
Ул йөрәге менән анлар ине,
Ниндәй ҡайғы төшкән улына.
Әсәкәйем минең, берҙән-берем,
Алтындарҙан алтын әсәйем.
Ниңә шундай хисле йөрәк бирҙең?
Моң-һағыштарымдан сәсәйем.
Илап булмай, йылға ташы һымак.
Юшҡындарҙа кунел ҡатканға,
Йыйнай алмай, оҙон уйҙарымды
Уйау ятам тандар атҡанда.
Әсәкәйем минең, берҙән-берем,
Алтындарҙан алтын әсәйем.
Нинә шундай хисле йөрәк бирҙең?
Моң-һағыштарымдан сәсәйем.
Йорәк тырнап торған шиктәремде,
Һағыштарымды кемгә һөйләйем?
Тамырҙарға ҡаным һыймағанда,
Ҡайһы көйҙө икән көйләйем?
Әсәкәйем минең, берҙән-берем,
Алтындарҙан алтын әсәйем.
Нинә шундай хисле йөрәк бирҙең?
Моң-һағыштарымдан сәсәйем.
Альберт Салауатов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1