Вилюр Мәүлитов көйө
Фәнис Сирбаев шиғыры
Ике тирәк кенә тороп ҡалған,
Күңелемдең ике терәге.
Атай нигеҙҙәре һаҡланмаған
Емерелә инде йөрәгем.
Ике тирәк, бары ике тирәк,
Ҡайҙа минең бала саҡтарым?
Эҙләйем ме икән әйләндереп
Аунап ятҡан нигеҙ таштарын?
Ике тирәк кенә тороп ҡалған
Әйтерһен дә атай һәм эсәй.
Икеүһе лә шаулап япраҡ ярған
Тик барыбер әрнеп йән әсей.
Ике тирәк, бары ике тирәк,
Ҡайҙа минең бала саҡтарым?
Эҙләйемме икән, әйләндереп,
Аунап ятҡан нигеҙ таштарын?
Атай нигеҙҙәре онотолған,
Һаҡлай уны бары тирәктәр.
Тыуған йортто бер үк ташламағыҙ,
Илмаһын һеҙҙең йөрәктәр.
Ике тирәк, бары ике тирәк,
Ҡайҙа минең бала саҡтарым?
Эҙләйемме икән, әйләндереп,
Аунап ятҡан нигеҙ таштарын?
Альберт Салауатов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2