Шөкөр, тием, Раббым биргәнеңә,
Ҡабул итеп алам барын да!
Хаҡ яҙғаның менән ҡәнәғәтмен,
Рәхмәтлемен һинең алдыңда!
Эй, Раббым, рәхмәттәрем уҡып,
Доға ҡылам һәр көн таң атҡас!
Үкенмәҫлек булһын ғүмер юлым,
Сикә сәстәремә сал ятҡас!
Ҡайғыһын да күрҙем, шатлығын да,
Бәхеттән дә мәхрүм итмәнең.
Бер бәндәңә барынан да әҙләп
Өлөш сығараһың, күрәһең...
Эй, Раббым, рәхмәттәрем уҡып,
Доға ҡылам һәр көн таң атҡас!
Үкенмәҫлек булһын ғүмер юлым,
Сикә сәстәремә сал ятҡас!
Эй, Раббым , бары һинең өсөн
Тәсбих булып үтһен көндәрем!
Мин ризамын, таҙа иман менән
Фиҙа ҡылһам ғәзиз йәндәрем!
Фани донъя гүзәл бер мәл генә
Ҡәҙерҙәрен белгән кешегә.
Уҙһын йылдар, аҡһын әле һыуҙар
Бүленмәһен юлдар икегә (кирегә)!
Эй, Раббым, рәхмәттәрем уҡып,
Доға ҡылам һәр көн таң атҡас!
Үкенмәҫлек булһын ғүмер юлым,
Сикә сәстәремә сал ятҡас!
Альберт Салауатов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 3