Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Альберт Шаһиев - Бик һағынһаң әгәр мине | Текст песни

Ринат Гобәйдуллин көйө
Роберт Миңнуллин шиғыры

Бик һағынһаң әгәр мине
Зәп-зәңгәр күккә ҡарап.
Һин йәшәгән яҡҡа таба
Аҡҡоштар осоп бара.

Тик әйт әле мөхәббәтем
Аҡҡоштарға тиңме беҙ.
Тиң икән беҙ аҡҡош булһын
Беҙҙең шартлы билгебеҙ.

Әзҙләрһең һин аҡҡоштарҙы
Һөйөүемде һаҡлаһа.
Тик ҡайғырма зәңгәр күктә
Аҡҡоштарҙы тапмаһаң.

Уларҙың бит ғүмерҙәре
Зәңгәр күккә бәйләнгән.
Күпме аҡҡоштоң ғүмере
Аҡ болотҡа әйләнгән.

Бик һагынһаң аҡ болоттар
Күренер аҡҡош булып.
Аҡ мамыҡтарын ҡар итеп
Осортор аҡҡош булып.

Ҡар бөртөктәре алдыңда
Бөтөрөлөп йөрөрҙәр.
Унан күҙ йәштәре булып
Керпегендә ирерҙәр.

Альберт Шаһиев еще тексты


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-