Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Альбина Хакимова - *Бураннарга керәм* | Текст песни

Урамдарҙа буран, йәндәремдә буран,
Бурандарға донъям уралған.
Йәндәремә һыймай, урамдарҙа уйнай
Һин ҡуҙғатып киткән бурандар.

Урамдарҙа буран, йәндәремдә буран,
Бурандарҙа йөрөйөм аҙашып.
Яңғыҙлыҡтан тағын өҙгәләнә йәнем,
Аҙашаһы ине парлашып.

Ҡуйыныма таңда ала алмаһам да,
Моңдарыма һине ураным.
Йәнем һулҡылдауын бурандарым тағын
Һағыш йыры итеп йырланы.

Һинһеҙ миҙгелдә мин тынғылыҡ эҙләмәм,
Тынлыҡтарҙа әрней яралар.
Үҙ теләгем менән бурандарға керәм,
Бурандарҙа йәнгә дауа бар.

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-