Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Альфия Юлчурина - Башкортостан (Лилиә Һакмар шиғыры) | Текст песни

БАШҠОРТОСТАНҒА ЙЫР

Һүрелмәҫ йондоҙҙай балҡыйһың,
Рәсәйҙе йылытыр ялҡынһың,
Йәнемдәй ҡәҙерле ергенәм,
Йөрәктән дан йырым түгелә.

Ҡушымта:
Уралым тауына һыйынған,
Ҡурайым моңона ҡойонған,
Нурлостан, йырлыстан, гөлостан,
Илгенәм, бергенәм, Башҡортостан!

Егәрле, даланлы халҡың бар,
Донъяны шаулатыр даның бар,
Ғалимдар, шағирҙар төбәге –
Ил түрен биҙәрлек хаҡың бар!

Ҡушымта.

Йылғалар, күлдәрең, урманың,
Йыр-моңо урғылған ҡурайың,
Эй ғорур башҡортом улдары,
Дан йырлап мин һеҙҙе ҙурлайым!

Ҡушымта:
Уралым тауына һыйынған,
Ҡурайым моңона ҡойонған,
Нурлостан, йырлыстан, гөлостан,
Илгенәм, бергенәм, Башҡортостан!


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-