ҺИН - ҒҮМЕРЛЕК ҺАҒЫШЫМ
Лилиә Һаҡмар һүҙҙәре
А.Тимербәков көйө
1. Һин Ҡояшым булған инең,
Мин булғайным тулған айың…
Алһыу таңда йондоҙҙарҙай
Һүрелеп юғалғайның, юғалғайның.
Һағынам күҙҙәреңде.
Хистәрем күлдәрендә
Аҡҡош булып йөҙәһеңдер
Өҙәһең үҙәгемде, үҙәгемде…
Ҡушымта:
Һин – ғүмерлек һағыш-зарым,
Һин – күренмәҫ алыҫ ярым,
Һин – һүрелмәҫ яҡты нурым,
Һин – өҙөлмәҫ наҙлы йырым.
2. Яңғыҙ аҡҡош ҡағынғанда,
Өҙөлөп тә һағынғанда,
Иҫкә алам иртәләрең,
Яратып иркәләүең, иркәләүең.
Хыялдағы мөхәббәтем
Аҡҡоштай талпыналыр,
Ике ярҙа яңғыҙ ҡалыу
Яҙмышҡа яҙылғандыр, яҙылғандыр.
Ҡушымта шул уҡ.
Альфия Юлчурина еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1