ҺИН – ҒҮМЕРЛЕК ҺАҒЫШ-ЗАРЫМ
Л.Һаҡмар шиғыры А.Тимербәков көйө
Һин ҡояшым булған инең,
Мин булғайным тулған айың,
Алһыу таңда, йондоҙҙарҙай,
Һүрелеп юғалғайның, юғалғайның.
Һағынам күҙҙәреңде,
Хистәрем күлдәрендә
Аҡҡош булып йөҙәһең дә
Өҙәһең үҙәгемде, үҙәгемде...
Ҡушымта:
Һин – ғүмерлек һағыш-зарым,
Һин – күренмәҫ алыҫ ярым
Һин – һүрелмәҫ яҡты нурым,
Һин – өҙөлмәҫ наҙлы йырым.
Яңғыҙ аҡҡош талпынғанда,
Өҙөлөп тә һағынғанда,
Иҫкә алам иртәләрен
Яратып иркәләүең, иркәләүең...
Хыялдағы мөхәббәтем
Аҡҡоштай талпыналыр,
Ике ярҙа яңғыҙ ҡалыу –
Яҙмышҡа яҙылғандыр, яҙылғандыр...
Ҡушымта:
Һин – ғүмерлек һағыш-зарым,
Һин – күренмәҫ алыҫ ярым,
Һин – һүрелмәҫ яҡты нурым,
Һин – өҙөлмәҫ наҙлы йырым.
Альфия Юлчурин(исп.) Лилия Сакмар (сл.) еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1