Мең-мең йондоҙ, мең-мең ҡояш әсәйем ҡосағында
Күпме нур һәм йылылыҡ бар әсәйем усағында.
Әсәйемдең ҡосағы -
изгелектәр усағы,
Балам, тиеп, наҙлап-һөйөп,
ярат, ярат һин тағы.
Меңләгән ҡайғы-хәсрәтте юғалта белә әсәй,
Изге, яҡты теләктәрҙе көнгә мең тапҡыр теләй.
Әсәйемден ҡосағы -
изгелектәр усағы,
Балам, тиеп, наҙлап-һөйөп,
ярат, ярат һин тағы.
Әсәйемдең ҡосағында ап-аҡ гөлдәр үҫкәндәр,
Аҡ күңеле билгеләре сәстәренә күскәндәр.
Әсәйемдең ҡосағы -
изгелектәр усағы,
Балам, тиеп, наҙлап-һөйөп,
ярат, ярат һин тағы.
Ангелина Халикова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2