Баштарыма кейгән түбәтәйҙең
Һикһән һигеҙ икән өлгөһө,
Килгәндәрҙән бирле ҡарап торам,
Һеҙ икәнһеҙ донъя көҙгөһө.
Ҡушымта (2 тапҡыр):
Беҙҙең ил – уйнар көлөр ерҙәр,
Беҙҙең ил – һандуғас һайрар ил.
Алма баҡсаларына һай керһәм,
Матур ҡыҙҙар алма йыялыр,
Йөҙҙәрегеҙ яҡты, һүҙегеҙ татлы,
Күңелдәрем һеҙҙе һөйәлер.
Ҡушымта (2 тапҡыр).
Баштарыма кейгән түбәтәйҙең
Һикһән һигеҙ икән өлгөхө,
Килгәндәрҙән бирле ҡарап торам,
Һеҙ икәнһез донъя көҙгөһө.
Ҡушымта (2 тапҡыр).
Ҡарауан-һарай еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1