Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Ҡарауанһарай - Моңло ҡурай | Текст песни

Моңло ҡурай

Ҡарауанһарай төркөмө башҡара

Эй, моңло ҡурай, уйнай ҙа уйнай,
Моңдарың мәңге тынмаһын шулай!
Эй, шанлы ҡурай, уйнай ҙа уйнай,
Үлемһеҙ йырҙар сал тарих буйлай.

Эй, моңло ҡурай, уйнай ҙа уйнай,
Моңдарың мәңге тынмаһын шулай!

Эй, зарлы ҡурай, уйнай ҙа уйнай,
Зөлхиҙәкәйҙәр зарығып илай.
Эй, ҡанлы ҡурай, уйнай ҙа уйнай,
Тәфтиләү яуы халыҡты тунай.

Эй, моңло ҡурай, уйнай ҙа уйнай,
Моңдарың мәңге тынмаһын шулай!

Эй, данлы ҡурай, уйнай ҙа уйнай,
Башҡорт моңонан Париждар шаулай,
Эй, көслө ҡурай, уйнай ҙа уйнай,
Иректе даулай, еңеүҙәр яулай!

Эй, моңло ҡурай, уйнай ҙа уйнай,
Моңдарың мәңге тынмаһын шулай!

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-