Һин дә сит ерҙәрҙә яңғыҙ үҫәһең бит ҡыҙыл миләш,
Кем бәхетенә һин ҡыҙыл күлдәк кейеп булдың кәләш?
Ҡыҙыл миләш, тәлгәш-тәлгәш.
Емешеңдәй әсе яҙмышҡайым
минең һиңә тиңдәш...
Һиңә ҡыҙыл миләш, булып һәр саҡ серҙәш елдәр иҫә,
Минен күңелемдә елдәр түгел һағыш гөлө үҫә.
Ҡыҙыл миләш, тәлгәш-тәлгәш,
Яңғыҙ йөрәккәйем, юҡ бит терәккәйем,
Булсы серҙәш.
Юҡ, елдәрҙә иҫеп сит ерҙәрҙә серҙәш булалмай,
Өҙгөләнә үҙәк, үрһәләнә йән дауа табалмай.
Ҡыҙыл миләш, тәлгәш-тәлгәш,
Яңғыҙ йөрәккәйем, юҡ бит терәккәйем
Бирсе кәңәш...
АРСЛАНОВА ГУЛИЗА еще тексты
Другие названия этого текста
- Гөлизә Арыҫланова - Ҡыҙыл миләш (0)
- АРСЛАНОВА ГУЛИЗА - Кызыл Милэш (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2