Беҙҙең урамдарҙан атлай ҡаты ауырыу.
Ул сиргә ҡаршы юҡтыр бер кемдең дарыуы.
Эшебеҙ арыу мы? Хәлебеҙ ауырҙыр.
Оҙаҡламай ихтимал тарихта ҡалыуыбыҙ.
Ҡалала йәштәр белмәй туған телен,
Ауылда һөйләшһендәр алоярҙар тип.
Һылыу булып йөрөй үҙенсә тар кейем кейеп,
Үҫеше буйынса һеҙҙән бейек кейек.
Күңел асып, бейеп, ағыу һыуын эсеп,
Клубтарҙа бешеп, таңдарын шешенеп,
Ҡосаҡлап шешәне, танымай кешене.
Яңы башҡорт йәшәй урыҫса һугенеп.
Йәштәре түгелер ата-бабамдың:
Юҡҡа килеп сыға улар ҡанға батҡандыр,
Яуға сыҡҡандыр, ергә ятҡандыр.
Башҡорт батырҙары китапта ғына ҡалғандыр.
һинә өндәшәм башҡорт халҡы!
Ҡайҙа юғалды яугир рухың?!
Киләсәгебеҙ булыр беҙҙең яҡты,
Аңра айыуҙай тапамаһаң юлдар таҡыр!
(ике тапҡыр)
Бер ҡасанда бирешмәгән минең халҡым яуҙа,
Тыныс заманалар еткәс эләккән ауға.
Әйләнгән ҡолға, юлын борған һулға,
Тимер бығауҙар үҙе кейгән ҡулға.
Ишетелә ҡолағыма ят телдә телмәр,
Күренә күҙемә үлеүе телемдең бер мәл.
Артабан да эштәр шулай барһа әгәр -
Табайыҡ берәй йүнен, табайыҡ берәй әмәл.
Тәрбиәләгеҙ үҙегеҙҙә башҡорт рухын,
Белһен туған телен улың һәм ҡыҙың!
Булһын өҫтәлеңдә ҡымыҙ, буҙа, ҡаҙы.
Таҙа булһын намыҫ, - тип әйтермен тағы.
Был минең ерем, минең илем, минең телем, мин теремен, илемдең терәгемен. Йәлдәмәй һөйәгемде
Бирермен йәнемде. Ҡылыска ҡәләмде
Алмаштырып сығырмын яклап ғәмеңде.
һинә өндәшәм башҡорт халҡы!
Ҡайҙа юғалды яугир рухың?!
Киләсәгебеҙ булыр беҙҙең яҡты,
Аңра айыуҙай тапамаһаң юлдар таҡыр!
(ике тапҡыр)
Артур Солтанов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1