Артур Султанов:
Бөтә шундай ҡапыл булды аңламайҙа ҡалдым
Минең һөйөү хистәрҙе һин кире ҡаҡтың
Мин яндым, ҡайғырҙым статус депрес ҡыйын
Быны һүрелтергә эскем килде йәшел йылан һыуын
Туҡтап ҡалдым эстән әллә кем эсмә тине
Нисәнсе көн тыныс йоҡлай алмайым инде
Күҙ алдымдан китмәй һындарың һинең
Һинһеҙ йәшәү юҡ, ниңә мине ташланың
Ысынлап та әллә кемгә мин әүрелдем
Дуҫтарым менән әрләштем, һүгендем
Һуғышырға ла әҙер инем бербәскенә нәмәгә
Һыуға ырғып төшәһе килде үҙ кәмәнән
Уҡыу рәте төштө мәктәпте һис тә оноттом
Һүңғы ваҡыт әсәйҙе күп рәнйеттем
Ҡулыма лезвия алдым уйландым
Әммә һеңлемдең тауышын ишеткәс - туҡтаным
Ҡапыл туҡтап ҡалдым мин нимә эшләйем
Нимәгә бер ҡыҙ өсөн шундай ныҡ әрнейем
Ул ҡыҙҙан башҡа бар бит кем өсөн йәшәргә
Атай әсәй шул ваҡытта килеп төштө иҫкә
Тагирко:
Ҡустым, яратҡан кескәй һеңлем өсөн
Үҙгәреп китте шул ваҡыт минем төҫөм
Бар көсөм туплап тырышлығымды йыйнаным
Тормош дауам иткәнен шулай аңланым
Әле бер нисә секунд эсендә үлемде осратыр инем
Был донъянан мин мәңгегә китер инем
Ә ул ҡыҙҙан башҡа донъя тулған ҡыҙҙар менән
Табырмын әле ҡыҙҙы мине бик ныҡ һөйгән
Ә әлегә йәшәйем тормош мәғәнәһен күрәйем
Бик шым булһамда кешеләргә ярҙам итәйем
Моххәбәт моххәбәт мәңгелек насар нәмә
Ләкин Моххабәт һин бер ҡасанда үлмә
• Артур Султанов, Тагирко, Эльза Буранбаева еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1