Ҡоштар кеуек ояһына ҡайтайыҡ атай йортона,
Йылы әсәй ҡарашына, ауылдаштар араһына
Атай йорто, атай йорто беҙ бәүелгән наҙлы бишек,
Беҙ бәүелгән наҙлы бишек,
Таралһаҡ та төрлө яҡҡа, таралһаҡ та төрлө яҡҡа асыҡ әле бында ишек
Ишек алдарында сирәм, баласағым шунда күрәм,
Һыу буйҙарындағы талдар шундай күркәм, шундай күркәм
Атай йорто, атай йорто беҙ бәүелгән наҙлы бишек,
Беҙ бәүелгән наҙлы бишек,
Таралһаҡ та төрлө яҡҡа, таралһаҡ та төрлө яҡҡа асыҡ әле бында ишек.
Атай йорто беҙгә кәрәк, ул һәр ваҡыт беҙгә терәк,
Мең хәсрәттәр елгә оса, йортҡа ҡайтып сәйҙәр эсһәк
Атай йорто, атай йорто беҙ бәүелгән наҙлы бишек,
Беҙ бәүелгән наҙлы бишек,
Таралһаҡ та төрлө яҡҡа, таралһаҡ та төрлө яҡҡа асыҡ әле бында ишек.
Атай йорто еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1