Мин белмәмен ер шарының,
Һинһеҙ, минһеҙ әйләнгәнен.
Беләм ҡайғы шатлығыңа,
Яҙмышыңа бәйләнгәнмен.
Һарылғанмын һағышыңа
Сорналғанмын сәстәреңә,
Саҡ ҡына өҫтәрәк һарҡылғанмын
Һинең ҡәҙерле йәштәреңә.
Уралғанмын моңдарыңа
Уйылғанмын уйҙарыңа.
Сыҡмаҫ өсөн юлыҡҡанмын
Һинең барыр юлдарыңа.
Кисеүҙәр юҡ, кисеүҙәр юҡ,
Киселмәгән мин диуанаң,
Һин булғастың китеүҙәр юҡ,
Китеүҙәр юҡ был донъянан.
Мин белмәмен ер шарының,
Һинһеҙ, минһеҙ әйләнгәнен.
Беләм ҡайғы шатлығыңа,
Яҙмышыңа бәйләнгәнмен.
Һөйөү менән, мин әйләндем
Мәңгелеккә, мәңгелеккә,
Әйҙә ерем елэйек гелән
Изгелеккә, игелеккә.
Байназаров Баязит еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1