Гәлсәр йөрәк (Фәнзил Әҙелбаев һүҙ. һәм муз.)
Гәлсәр йөрәк ярылып ыуалып төштө
Боҙҙай һыуыҡ, һалҡын ҡарашыңдан.
Ғәмһеҙлектән күшегеп йән өшөнө,
Ыңғыраштым нахаҡ ҡарғышыңдан...
Мөхәббәтем һүнә, һүрелә -
Ғәйеп миндә түгел...
Мөхәббәтем һүнә, һүрелә -
Ғәйеп миндә түгел.
Таратыр ел усағымдың көлөн.
Ялҡындары төштәреңә керер.
Сарсап һулығанда һөйөү гөлөм,
Ҡайнар йәшең йылы һулышын өрөр.
Мөхәббәтем һүнә, һүрелә -
Ғәйеп миндә түгел...
Мөхәббәтем һүнә, һүрелә -
Ғәйеп миндә түгел.
Башкирская рок-группа "Калья" (г. УФА) еще тексты
Другие названия этого текста
- Башкирская рок-группа "Калья" (г. УФА) - Галсар йорак (студийная запись) (1)
- "ҠАЛЪЯ" рок төркөмө - Гәлсәр йөрәк (студийная запись) (0)
- "ҠАЛЪЯ" рок төркөмө - Гәлсәр йөрәк (студийная запись) (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1