Ҡурайсылар ҡурай уйнамаҫ,
Башҡорт ҡурайҙары булмаһа;
Егет тә генә кеше йыр йырламаҫ,
Йөрәгендә дәрттәр булмаһа.
Әрәмәгә керһәм, үлән һирәк,
Сәхрәләргә сыҡһам, ер еләк;
Эсемдә генә минең уттар яна,
Ник елкенә икән был йөрәк.
Арыҫлан да кейек һис ҡайғырмаҫ,
Ҡаршыһында бейек тау булһа;
Егет тә генә кеше һис ҡайғырмаҫ,
Ғәзиз башы уның һау булһа.
Башкорт халык йыры еще тексты
Другие названия этого текста
- Рифат Ямлихин - Уйыл (0)
- Башкорт халык йыры - Уйыл (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1