Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ,
Егет, һалдыр эйәр ҡашыңа.
Атам дуҫы тиеп ышанма, егет,
Атаң дуҫы етер башыңа.
Унар ғына һумлыҡ ун аҡыҡлы
Эйәрең булыр, егет, ат булһа.
Яҡын күргән дуҫтан яманы юҡ,
Ауыр саҡта һиңә ят булһа.
Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ
Кәрәге юҡ эйәр ҡашыңа.
Атам дуҫы тиеп ышандың, егет,
Шул дуҫ етте һинең башыңа.
Башҡорт халыҡ йыры еще тексты
Другие названия этого текста
- Рамаҙан Йәнбәков - Абдрахман. Башҡорт халыҡ йыры (1)
- Башҡорт халыҡ йыры - Абдрахман (Рамаҙан Йәнбәков) (0)
- Рамаҙан Йәнбәков - Абдрахман (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1