Тирәк-тирәк, тирәк-тирәк,
Тирәк (Һаҡмарҙа)-тирәккәйем;
Зифа буйлы тирәк кеүек
Үҫкәнһең гүзәлкәйем.
Тирәк-тирәк, тирәк-тирәк,
Тирәк (Һаҡмарҙа)-тирәккәйем;
Ағым һыуға ҡаршы йөҙмә,
Талыр бит беләккәйең.
Тирәк-тирәк, тирәк-тирәк,
Тирәк (Һаҡмарҙа)-тирәккәйем;
Минең йөрәккәйем яна,
Янамы йөрәккәйең?
Тирәк-тирәк, тирәк-тирәк,
Тирәк (Һаҡмарҙа)-тирәккәйем;
Тирәгеңдә ҡошатар һайрай
Һағындым бәғеркәйем.
Башҡорт халыҡ йыры еще тексты
Другие названия этого текста
- Башҡорт халыҡ йыры - Тирәккәйем /минус/ (0)
- Ҡурайҙа Айнур, йырлай Динә - Тирәккәйем (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2