Башҡорт халыҡ йыры
Саҡырмасы (Ҡысҡырмасы), кәкүк, ай, ҡаршымда,
Саҡырсаңсы (Ҡысҡырһаңсы) ағас башында.
Ҡарсығаҡай кеүек моңһоҙ инем,
Ҡайғы-хәсрәт төштө башыма.
Саҡырмасы (Ҡысҡырмасы), кәкүк, ай, һаташып,
Хәсрәт арттырырға маташып.
Сит илдәрҙә йөрөй яңғыҙ башым,
Яңғыҙ кәкүк кеүек тә аҙашып.
Саҡырмасы (Ҡысҡырмасы), кәкүк, ай, яҡында,
Кәкүк өсөн түгел тал-тирәк.
Яна ғына тиһәң, ялҡыны юҡ,
Ялҡынһыҙ уҡ яна был йөрәк.
Ҡысҡырмасы, кәкүк, ай, түбәмдә,
Ҡысҡырһаңсы кәкере ҡайында.
Егет кенә кеше сер белдермәҫ,
Ҡайғылары артҡан һайын да.
Башҡорт халыҡ йыры еще тексты
Другие названия этого текста
- Башҡорт халыҡ йыры - Ҡысҡырмасы (Саҡырмасы), кәкүк /минус/ (0)
- Миңзифа Искужина - Саҡырмасы кәкүк (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1