СӘРМӘСӘН
Рим Хәсәнов музыкаһы
Сафуан Әлибай шиғыры
Тыуған ерҙе биҙәп, Сәрмәсән,
Уралып ағаһың.
Ярҙарға түгел тулҡындарың,
Йөрәккә ҡағаһың.
Моңһоу ҡалыр инем, Сәрмәсән,
Күрмәһәм дә һине берҡасан.
Тулҡындарың күсә күңелгә,
Йыр булып ғүмергә.
Ярҙарыңда һинең, Сәрмәсән
Ҡалғандыр эҙҙәрем;
Йәшлегем үткән һуҡмаҡтарҙы
Тик һинән (һиндә) эҙләрмен.
Моңһоу ҡалыр инем, Сәрмәсән,
Күрмәһәм дә һине берҡасан.
Тулҡындарың күсә күңелгә,
Йыр була ғүмергә.
Уйҙар һымаҡ ярһып, Сәрмәсән,
Ағаһың ҡайсаҡта.
Һыуһындар арта ғына кеүек,
Беҙ күпме ҡайтһаҡ та.
Моңһоу ҡалыр инем, Сәрмәсән,
Күрмәһәм дә һине берҡасан.
Тулҡындарың күсә күңелгә,
Йыр була ғүмергә.
Баязит Байназаров еще тексты
Другие названия этого текста
- Радик Гәрәев - Сәрмәсән (вариант 2) (0)
- Радик Гәрәев - Сәрмәсән (0)
- Баязит Байназаров - Сәрмәсән (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1