Сафьян Ибраһимов көйө
Ғата Нуруллин һәм халыҡ һүҙҙәре
Акрын генә, һиҙҙермәйсә
Йәшлек ғүмерем үтә.
Күңелем һис тә ҡартаймай,
Һаман да ниҙер көтә.
Ҡартаямы ни һуң йөрәк,
Маңлайҙар һырланһа ла.
Үтте йәшлек-гүзәллек, тип,
Йырҙарҙа йырланһа ла.
Әллә ғашиҡ булдым инде,
Яшьләй һөйгән йәр кеүек.
Әйтерһең лә береү килеп
Иркәләйһе бар кеүек.
Ҡартаямы ни һуң йөрәк,
Маңлайҙар һырланһа ла.
Үтте йәшлек-гүзәллек, тип,
Йырҙарҙа йырланһа ла.
Мөхәббәт йәштәрҙә, тиҙәр,
Була ул һәркемдә лә.
Мөхәббәтһеҙ йәшәп булмай
Олоғайған көндә лә.
Ҡартаямы ни һуң йөрәк,
Маңлайҙар һырланһа ла.
Үтте йәшлек-гүзәллек, тип,
Йырҙарҙа йырланһа ла.
Бергәләп йырлайыҡ ! еще тексты
Другие названия этого текста
- Зәки Мәхмүтов (Әлфия Авзалова) - Ҡартаямы ни һуң йөрәк /минус/ (1)
- Бергәләп йырлайыҡ ! - " Ҡартаямы ни һуң йөрәк ?" /минус/. (0)
- Әлфия Авзалова - Картаямени сон йорэк /минус/ (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1