Минуттарым.
Яңғыҙлыҡта уҙған минуттарым
Йән өшөткөс боҙло ҡар һымаҡ.
Һин янымда булһаң, көҙ ҙә, ҡыш та
Гөл-сәскәле нурлы яҙ һымаҡ.
Яңғыҙлыҡта уҙған минуттарым
Зарлы-моңло ҡырыҫ йыл һымаҡ.
Һин янымда булһаң, тормош үҙе
Сыңлап торған сихри йыр һымаҡ.
Ғүмер көтөп тормаҫ, йылдар тынмаҫ,
Дәртле саҡтар уҙыр бер заман.
Тик йөрәктә мөхәббәтем һүнмәҫ,
Һине һағынып йәшәр ул һаман.(З.Биишева)
Бикбов Урал еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1