Ҡайтманығыҙ
1 куплет:
Һыҙылыпта йөрәк һулҡып ҡуя,
Һуғыш хәтирәһен һүткәндә,
Йәндәр өшөп китә әсәләрҙең,
Уландарын өҙөлөп көткәндә.
Яҙҙарында ҡоштар ҡайтҡан саҡта,
Тирә - яҡҡа моңһоу ҡысҡырып,
Шәүлә генә йөрөй һиҫкәндереп,
Төндәрендә ҡапҡа астырып.
Припев:
Ҡайтманығыҙ...Һуңғы өмөттәр,
Һығылғанда әсе ҡайғынан,
Күрмәнегеҙ ҡара ҡағыҙ тотоп,
Әсәләрҙең иҫһеҙ ауғанын.
Ҡайтманығыҙ...Ниңә ҡайтманығыҙ?
Ғәзиз улдар,ғәзиз атайҙар?!
Әсәләрҙең салдар ҡунған сәсен,
Елдәр генә һибеп тарайҙар.
2 Купелет
Күпме бала етем ҡалды ул саҡ,
Күпме һөйгән ҡалды һөйөүһеҙ,
Күпме сабый ҡулы һонолғанда,
Яуапһыҙҙа ҡалды телемһеҙ!
Йөрәк һулҡып ҡуя...Инәйҙәрҙең,
Алыҫтарға төбәп күҙҙәрен,
Тоғро ҡалып һаман көтөүҙәре,
Яуҙа ҡалған,яугир ирҙәрен..
Буранбай Аккужин еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2