1куплет
Ғүмеремдең иң сағыу сағы - ҡайнар ағым
Миңә барыһы әҙ , миңә кәрәк тағын тағын.
Күҙҙәр төнөн йомолмай, йөрәк белмәй арыу талыу
Маҡсатыма ирешермен, маңлайымдан тир тамыр.
Припев:
Мин әле йәш, һин дә әле йәш
Йөрәктәр ҡартаймай, булып ҡала йәш, йәш.
Ваҡыт ағымынан ҡурҡһаң, берәй ҡайҙа йәшен
Ә беҙ дәртләнеп бейейбеҙ хас беҙҙе һуҡҡан йәшен
2куплет
Ынтылам яңы үрҙәргә, кәрәк тик түҙергә
Мөмкинселектәр күп, өрән уларҙы күрергә
Юлыңды башлаһаң борола күрмә кирегә
Йәшлек дәртенән хатта боҙҙар тейеш эрергә.
3куплет
Минең беләгемдә бар көс, яна ут йөрәктә
Юлымдан тайпылмам, ҡамасауламаҫ терһәктәр
Дуҫтарым, туғандарым бар, улар миңә терәктәр
Буранбай Аккужин еще тексты
Другие названия этого текста
- Буранбай Аккужин - Һин әле йәш! (0)
- Буранбай Аҡҡужин - Һин әле йәш! (2016) (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1