Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Буранбай Билалов һәм Фәнүр Бикбулатов - Һин минең янымда | Текст песни

Миңә нимә булғандыр шаярмай көлмәй инем
Донъяның матурлығын күрмәнем
Бер ниҙә ҡыҙыҡ түгел
Юҡтан да төшә күңел
Ниңә улай икәнен
Мин белмәй инем.

Ҡушымта:
Һин минең янымда, бар донъя көлә хәҙер
Мин бөтә донъяны ҡосорға әҙер
Һин минең янымда, бар нәмә тәмле хәҙер
Тауҙарҙы күсерергә мин инде әҙер.

Һине яратыуымды үҙем дә белмәгәнмен
Күктәрҙән йондоҙ эҙләп йөрөгәнмен
Ҡәҙерҙе белмәйбеҙ шул юғалтып ҡарамайса
Ҡояшһыҙ ҡала яҙҙым мин аңламайса

Ҡушымта.

Ни ҡәҙәр матур ҡыҙҙар яулай алмай йөрәкте
Һинән башҡа бер кем дә кәрәкмәй
Күктәргә менеп була һин булһаң яндарымда
Донъя матур беҙ икәү бергә сағында

Буранбай Билалов һәм Фәнүр Бикбулатов еще тексты


Другие названия этого текста
  • Буранбай Билалов һәм Фәнүр Бикбулатов - Һин минең янымда (0)
  • Буранбай Билалов һәм Фәнүр Бикбулатов - Һин минең янымда (0)
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-