Йыһандағы йондоҙҙар бөгөнгө төндә
Һағышлы төҫ алалар һинең күҙеңдә.
Хыялдағы ожмахтарың тамуҡҡа әйләнде.
Етәр инде, өҙгөләнмә, йәнем, хуш инде.
Тәнемде минең телеп бөтһәң дә,
Йәнем быуылыр, тиеп көтһәң дә,
Йөрәгем минең үҙе хәл итер,
Дөрөҫ юлдарҙы беҙгә күрһәтер.
Дөрләп янған усаҡтарҙың ҡалды күмере.
Инмәҫ инем шул янғынға, белһәм һүнерен.
Ялған хистәр аҙаштырҙы беҙҙе даръяла,
Тик ҡалды яҙыуҙарым бейек ҡаяла.
Бурелар еще тексты
Другие названия этого текста
- Бурелар - Хуш инде (1)
- Бүреләр - Хуш инде (1)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2