Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Вадим Папанов - Ике аҡҡош | Текст песни

Һауаларҙа оса ике аҡҡош,
Каурыйҙары ергә койола.
Янып һөйһәң, күңел ҡанатлана,
Мәңге талмаҫ кеүек тойола.

Һауаларҙа осҡан ике аҡҡош
Айырылмайса йәшәр гел бергә.
Беҙ осорбыҙ бәхет киңлегендә
Һинең менән икәү гүмергә.

һауаларҙа осҡан ике аҡҡош
Талғын ғына ҡанат ҡағына.
Әллә ниңә бергә саҡтарҙа ла
Күңелем һаман һине һағына.

Һауаларҙа оса ике аҡҡош,
Йыраҡтарға китә моңдары.
Киләсәккә аҡҡош юлы булып
Китһен безҙең йәшлек йылдары


Вадим Папанов еще тексты


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-