Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Вафа Мәүлитов - Атай менән бесәндә | Текст песни

Әминә Бикташева музыкаһы

Тирләп — бешеп бесән саптыҡ,
Атай менән туғайҙа.
Арыған беленә менәй,
Атай янда булғанда.

Тугайҙар ҙа салғы сыңы,
Яңғырап тора ине.
Бесән сапҡанымды ҡарап,
Атайым тора ине.

Күңелләнеп, бергә эшләп,
Йылдар һиҙҙермәй үткән.
Атайымдың ҡартайыуын
Һиҙмәй ҡалғанбыҙ икән.

Туғайҙар ҙа салғы сыңы,
Яңғырап торған кеүек.
Бесән сапҡанымды ҡарап,
Атайым торған кеүек.

Бала сағым, салғы сыңы,
Алыҫта ҡалған икән.
Атай менән бесән сабыу,
Иң бәхетле саҡ икән.

Туғайҙар ҙа салғы сыңы,
Яңғрап торһа ине.
Бесән сапҡанымды ҡарап,
Атайым торһа ине.

Другие названия этого текста
  • Вафа Мәүлитов - Атай менән бесәндә (0)
  • Вафа Мәүлитов - Атай менән бесәндә (0)
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 5
Видео
Нет видео
-