Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Вахит Хызыров - Мөғжизәгә килә ышанғым | Текст песни

Күкне ҡаплап алған ҡара болот
Ерҙә һалҡын томан, ел-яуым.
Баш осонда ҡояш балҡыр әле
Мөғҗизәгә килә ышанғым.

Күңел күктәрендә һағыш йөҙә
Һүнәр — һүнмәҫ яна усағым.
Усаҡтарым дөрләп яныр әле
Мөғҗизәгә килә ышанғым.

Юғалдылар яҡты хыялдарым
Күпме һүнеп, күпме тоҡандым.
Югалғаным бер табылыр әле
Мөғҗизәгә килә ышанғым.

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-