Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Венер Камалов - Бейеш (башҡорт халыҡ йыры) | Текст песни

Аҡ ҡуянҡайҙарҙан тун тектерҙем,
Тышҡынайын ниҙән тышлайым?
Йәйгелеген бында, ай, йәйләнем,
Ҡышҡынайын ҡайҙа ҡышлайым?

Елә лә генә елә берәү килә
Арҡаларҙан йоморо юл менән.
Күрмәнеләр мине, ай, күҙ менән,
Тик һөйләйҙәр шелтәле һүҙ менән.

Күк ат ҡына ектем, ай, тәртәгә,
Ҡалғандары ҡалды кәртәлә,
Уңлы ғына һуллы ҡашым тарта,
Ниҙәр булыр икән иртәгә?

Ирәндеккәй буйы, ай, күк таштыр,
Кемгә төйәк түгел ул таштар.
Ҡурҡыуҙы ла белмәй ҡыйыу йөрөнөк,
Ни күрһә лә күрер был баштар.

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Популярное сейчас
Видео
Нет видео
-