Фәрит Яҡшығолов көйө
Венера Латыпова шиғыры
Эх, бер генә ҡайтып әйләнәһәңсе,
Әсәй, атай булған саҡтарға .
Үбеп, һөйөп иркәләнер инем,
Икеһенең дә йылы ҡосағында.
Әсәй-әсәй, минең әсәйем
Өҙлөп-өҙлөп һине һағындым.
Атай-атай, аҡыллы (хәстәрле) атайым
Өҙлөп-өҙлөп һеҙҙе һағындым.
Эх, бер генә ҡунып китер инем,
Тыуып, үҫкән ғәзиз өйөмдә.
Мәтрүшкәле тәмле сәйҙәр эсеп,
Мейеҫтәге йылы икмәккә.
Әсәй-әсәй, минең әсәйем
Өҙлөп-өҙлөп һине һағындым.
Атай-атай, аҡыллы атайым
Өҙлөп-өҙлөп һеҙҙе һағындым.
Эх, бер генә еңел әйтүҙәре
Ғүмер үткән, ҡайтмаҫ ваҡытҡа.
Ә йыраҡта ҡалған бала саҡты
Оноторға бирмәй хәтер ебе.
Әсәй-әсәй, минең әсәйем
Өҙлөп-өҙлөп һине һағындым.
Атай-атай, аҡыллы атайым
Өҙлөп-өҙлөп һеҙҙе һағындым.
Венера Ниғмәтуллина (Фәрит Яҡшығолов) еще тексты
Другие названия этого текста
- Венера Ниғмәтуллина (Фәрит Яҡшығолов) - Эх, бер генә ҡайтһаңсы /минус/ (0)
- Фәрит Яҡшығолов - Эх, бер генә ҡайтһаңсы (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1