Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Вильдан Фәйзуллин - Һин дә бит бер ҡолон әсәһе янында.Ҡәҙерен белеп ҡал янында сағында. | Текст песни

Болонда бер ҡолон әсәһе янында,
Бармы һуң уның да хәсрәтле сағы ла.
Йүгереп уйнай ул нисектер ҡайғыһыҙ,
Әсәһе янында ул да бит ғайымһыҙ.
Йүгереп уйнай ул нисектер ҡайғыһыҙ,
Әсәһе янында ул да бит ғайымһыҙ.

Ҡараным да торҙом шул ҡолон яғына,
Кемдәр һуң хәстрәтле әсәйҙәр янында.
Сәскәгә төрһөнгән йәм - йәшел болондар,
Буйҙарға етһә лә балалар - ҡолондар.
Сәскәгә төрһөнгән йәм - йәшел болондар,
Буйҙарға етһә лә балалар әсәйгә - ҡолондар.

Һиндә бит бер ҡолон әсәһе янында,
Ҡәҙерен белеп ҡал яныңда сағында.
Йоҡоһоҙ үткәрмә әсәйең төндәрен,
Һинең дә бар әле үкенер көндәрең.
Йоҡоһоҙ үткәрмә әсәйең төндәрен,
Һинең дә бар әле үкенер көндәрең.
Йоҡоһоҙ үткәрмә әсәйең төндәрен,
Һинең дә бар әле үкенер көндәрең,
Һинең дә бар әле үкенер көндәрең.

Вильдан Фәйзуллин еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2