Һыу буйынан әсәй ҡайтып килә,
Ҡаҙ ҡаурыйын алған ҡулына.
Сәстәренә,йылы ҡарҙар булып,
Тал мамығы яуа тын ғына.
Хәтерләй ме әсәй күпме йылдар
Ошо һуҡмаҡтарҙан уҙғанын?
Эҙләп төштө микән һағынып ул
Шишмәнән һыу алған ҡыҙ сағын?...
Шул саҡтарға алып ҡайтыр һымаҡ —
Аттар уйнап саба үҙәндән.
Тыуған ерҙәр әсәй менән бергә
Бик үҙгәргән инде,үҙгәргән.
Һыу буйынан әсәй ҡайтып килә,
Ҡаҙ ҡаурыйы алған ҡулына.
Эҙҙәренә,йылы ҡарҙар булып,
Тал мамығы яуа тын ғына...
Г. Ҡәҙербердина еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2