Бәүелсәктә бәүелә ҡыҙ бала
Йөрәгем, йөрәгем ҡуҙғала.
Әйтә алмай быуылып һүҙ ҡала
Бәүелсәктә бәүелә ҡыҙ бала.
Һауала йондоҙ балҡышы,
Ә ерҙә атаның тауышы.
Ҡурсалай, ҡурсалай ил ҡото
Ныҡ тотон, ныҡ тотон,
Ныҡ тотон!
Бәүелсәктә бәүелә ҡыҙ бала
Әйтерһең һауаға бәрелә.
Йондоҙ ҙа еремә кәйелә
Бәүелсәктә ҡыҙ бала бәүелә.
Һауала йондоҙ балҡышы
Ә ерҙә атаның тауышы.
Ҡурсалай, ҡурсалай ир ҡото
Ныҡ тотон, ныҡ тотон,
Ныҡ тотон!
Уяу торалар кешеләр,
Уяу торалар күршеләр.
Йөрәгем, йөрәгем ҡуҙғала,
Бәүелсәктә бәүелә ҡыҙ бала.
Һауала йондоҙ балҡышы,
Ә ерҙә атаның тауышы.
Ҡурсалай, ҡурсалай ир (ил) ҡото
Ныҡ тотон, ныҡ тотон,
Ныҡ тотон!
Г. Ишҡыуатова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2