Осраның юлымда көтмәгән сағымда
Йөрәктә ут-ялҡын ҡабынды тағын да.
Һүҙҙәр телемдә, күҙҙәр күҙемдә
Уйылып ҡалды шул ғүмергә-ғүмергә.
Атланыҡ парлашып саф хистәр иленә
Күҙҙәрем күҙеңдә исемең телемдә.
Һүҙҙәрең телемдә, күҙҙәрең күҙемдә
Уйылып ҡалды шул ғүмергә-ғүмергә.
Китмә һин китмә, ашыҡма, юғалма.
Мәңгелек йыр булып ҡал ғүмергә.
Йыр-моңдар яңғыраһын аҙашып күккә,
Парһыҙ йәшлек юлын парлашып үтергә.
Әлегә осрашыу яҙмыштың дауамы
Күңелем ҡылдарын сиртер моң ауазы
Һүҙҙәрең телемдә, күҙҙәрең күҙемдә
Уйылып ҡалды шул ғүмергә-ғүмергә.
Гүзәл Әхмәтова һәм Ғәлинур Юламанов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1