Әсәйҙәрҙе рәнйетмәгеҙ
Бала саҡтан ҡарап үҫтергәнһең,
Һөйөүеңде миңә биргәнһең.
Йылдар үткәс балам ҡайтамы тип,
Ҡарашыңды юлдан өҙмәйһең.
Ҡушымта:
Әсәйҙәрҙе рәнйетмәгеҙ,
Ауыр һүҙҙәр берүк әйтмәгеҙ.
Донъяларҙа беҙ мәңгелек түгел,
Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен белегеҙ.
(2 тапҡыр).
Ҡайһы берҙә яңғылыш әрнетәбеҙ,
Әсәйҙәрҙең нескә күңелен.
Һәр бер бала теләй әсәйҙәргә,
Оҙон ғүмер, бәхет, түҙемлек.
Ҡушымта:
Әсәйҙәрҙе рәнйетмәгеҙ,
Ауыр һүҙҙәр берүк әйтмәгеҙ.
Донъяларҙа беҙ мәңгелек түгел,
Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен белегеҙ.
(2 тапҡыр).
Донъяларҙа беҙ мәңгелек түгел,
Ҡәҙерҙәрен генә белегеҙ.
Әсәйҙәрҙең ҡәҙерҙәрен белегеҙ.
Зинһар өсөн, бер ҡасан да әсәйҙәрҙе рәнйетмәгеҙ,
ауыр һүҙҙәр әйтмәгеҙ.
Был донъяла беҙ мәңгелек түгел,
әсәйҙәрҙең ҡәҙерҙәрен белегеҙ
Гиззатуллин Рустам еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1