Һаумы, мәктәп,
Һиңә йүгереп киләм һағынып
Белем усағынан
Осҡон алып ҡабынып.
Уҡытыусым
Йылмайып ҡаршылай,
Ә йөрәгем уға
Рәхмәт йырын йырлай.
Һин хәрефтәр генә өйрәтмәйһең,
Өйрәтәһең эшләргә.
Киләсәктә тырыш кеше булып,
Матур итеп йәшәргә.
Һин хәрефтәр генә өйрәтмәйһең,
Өйрәтәһең эшләргә.
Киләсәктә тырыш кеше булып,
Матур итеп йәшәргә.
Йылдар үтер,
Беҙ тағы ҡайтырбыҙ һағынып,
Ҡошсоҡтарҙай
Пар ҡанаттарыбыҙ ҡағынып.
Уҡытыусым
Йылмайып ҡаршылар,
Ә йөрәктәр уға
Рәхмәт йырын йырлар.
Һин хәрефтәр генә өйрәтмәйһең,
Өйрәтәһең эшләргә.
Киләсәктә тырыш кеше булып,
Матур итеп йәшәргә.
Һин хәрефтәр генә өйрәтмәйһең,
Өйрәтәһең эшләргә.
Киләсәктә тырыш кеше булып,
Матур итеп йәшәргә.
Һаумы, мәктәп,
Һиңә йүгереп киләм һағынып
Белем усағынан
Осҡон алып ҡабынып.
Уҡытыусым
Йылмайып ҡаршылай,
Ә йөрәгем уға
Рәхмәт йырын йырлай.
Һин хәрефтәр генә өйрәтмәйһең,
Өйрәтәһең эшләргә.
Киләсәктә тырыш кеше булып,
Матур итеп йәшәргә.
Һин хәрефтәр генә өйрәтмәйһең,
Өйрәтәһең эшләргә.
Киләсәктә тырыш кеше булып,
Матур итеп йәшәргә.
Г.Ишкуватова+++ еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2