Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Гөлсөм Бикбулатова - "Көтәм" (2015) (муз А Якшембетов,сл.Сафуан Алибаев) | Текст песни

Серле төндә таңды көтәм,
Таң ағылғас көнгә үтәм.
Көҙөн ҡышҡа ашҡынамын,
Ҡыш күңелдә яҙ иртән.

Көтәм-көтәм, көтәм-көтәм,
Яҙын, ҡышын, йәйен, көҙөн.
Көтәм-көтәм, көтәм-көтәм,
Һине генә өҙөлөп, өҙөлөп көтәм.

Ҡайғыларым һирәк килмәй,
Һағыштарҙан йонсоп бөтәм.
Ҡарҙар ярған сәскә кеүек
Шатлыҡ балҡыр тиеп көтәм.

Көтәм-көтәм, көтәм-көтәм,
Яҙын, ҡышын, йәйен, көҙөн.
Көтәм-көтәм, көтәм-көтәм,
Һине генә өҙөлөп, өҙөлөп көтәм.

Ғүмер буйы ниҙәр эҙләп
Кемделер мин көтәм-көтәм.
Нисек кенә йәшәр инем
Был яҙмыштар булһа бүтән.

Көтәм-көтәм, көтәм-көтәм,
Яҙын, ҡышын, йәйен, көҙөн.
Көтәм-көтәм, көтәм-көтәм,
Һине генә өҙөлөп, өҙөлөп көтәм.

Гөлсөм Бикбулатова еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1