Бер күреүҙә ғашик булдым, сихырлап киттең,
Әйтер һүҙем әйтә алманым, кәйефһеҙ иттең,
Тик һағыш ҡалды йөрәктә, ә һин йыраҡта.
Килсе иркәм килсе, һағыштарым күрсе
Белсе иркәм белсе, берҙән берем һинсе.
Нишләрмен ғазаплы төндәр, китсе ғүмергә,
Төшөмдә йәшел болонда йөрөйбеҙ бергә,
Уянһам һағыш йөрәктә, ә һин йыраҡта.
Бары беҙгә насип итер, күрешеү килер.
Ниндәй утта янғаныңды, яндырып белер.
Һағыштар ҡалыр йыраҡта, һөйөү йыраҡта.
Гузель Габитова муз.С.Низаметдинов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1