Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Гульфина Хамитова - Тыуган ер - минус | Текст песни

1)Бына ошо беҙҙең тыуып үҫкән ерҙәр
Йә, хоҙайым, ниндәй матурлыҡ!
Етмеш сәсән булһын йыйып алғанда ла
Һоҡланыуҙан тын ҡалырлыҡ!

Бына ошо беҙҙең урман-тауҙар,
Йә, хоҙайым, ниндәй хозурлыҡ, хозурлыҡ!
Ете ожмах йәмен йыйғанда ла
Туған ерҙән һис булмаҫ артыҡ.
Ете ожмах йәмен йыйғанда ла
Туған ерҙән һис булмаҫ артыҡ.

2)Бына ошо беҙҙең салдан сал далалар
Йә, хоҙайым, ниндәй иркенлек!
Әрем еҫен һулап, танһыҡтарын ҡанмай
Ҡолас йәйеп йылт итерлек

Бына ошо беҙҙең урман-тауҙар,
Йә, хоҙайым, ниндәй хозурлыҡ, хозурлыҡ!
Ете ожмах йәмен йыйғанда ла
Туған ерҙән һис булмаҫ артыҡ.
Ете ожмах йәмен йыйғанда ла
Туған ерҙән һис булмаҫ артыҡ.

3)Бына ошо беҙҙең саф йылғалар-күлдәр,
Йә, хоҙайым, ниндәй гүзәллек!
Шишмәләрҙең һыуын ятып эскән саҡта
Тере һыуы шул тиерлек

Бына ошо беҙҙең урман-тауҙар,
Йә, хоҙайым, ниндәй хозурлыҡ, хозурлыҡ!
Ете ожмах йәмен йыйғанда ла
Туған ерҙән һис булмаҫ артыҡ.
Ете ожмах йәмен йыйғанда ла
Туған ерҙән һис булмаҫ артыҡ.

Гульфина Хамитова - Тыуган ер еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2