Слова; Айгуль Сиражитдинова
Музыка; Дамирбек Токенбаев
Бер күреүҙән ғашиҡ булдым,
Нур булып индең төштәремә,
Осрашыуға ышанманым,
Мин елдем һиңә.
Тылсымлы бәхет ҡошондай
Һин ҡундың минең иңдәремә,
Ҡойроғоң тоттом тигәндә
Юғалдың, ниңә?
Әйтсе, ниңә һине осраттым?
әйтсе, ҡайҙа һин юғалдың?
Ышан инде, мин бит яратам
Һине, йәнем, һине, йәнем! Йәнем...
Эҙҙәреңде юллап киләм,
Мөхәббәт осҡондары буйлап,
Бәхет ҡошомдо күҙәтеп,
Тик һине уйлап.
Тағы бер күрһәм әгәр мин
Наҙ тулы яҡты ҡарашыңды,
Бер ҡасан дә ебәрмәҫмен
Башҡаса һине.
Әйтсе, ниңә һине осраттым?
әйтсе, ҡайҙа һин юғалдың?
Ышан инде, мин бит яратам
Һине, йәнем, һине, йәнем! Йәнем...
Дамирбек Токенбаев еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1