Слова; Айгуль Сиражитдинова
Музыка; Дамирбек Токенбаев
Һинең ирендәрең,
Ҡап-ҡара күҙҙәрең,
Төштәремә инделәр.
Йөрәкте яуланы.
Күңелде арбаны,
Хыялымда – һин генә.
Припев:
Серле хистәремде,
Айлы кистәремде
Һинең менән бәйләйем,
Яратам, йәнем.
Һөйәм һине генә,
Аҡҡошом, бер генәм,
Булырбыҙ мы мәңгегә?
Мөхәббәт көсө йәшәй миндә.
Ап-аҡ ҡулдарыңды һыйпайым наҙлап,
Был йондоҙло кис тик беҙҙеке генә,
Ҡара күҙҙәреңдә бейей йондоҙҙар,
Бар ғалләм ғашиҡ бөгөн һиңә генә.
Йылмай миңә тағы,
Һөйөүем усағын
Ҡарашың менән яндыр әле.
Бул һәр саҡ янымда,
Минең ҡосағымда,
Мәңге йылмайсы миңә, йәнем.
Припев:
Серле хистәремде,
Айлы кистәремде
Һинең менән бәйләйем,
Яратам, йәнем.
Һөйәм һине генә,
Аҡҡошом, бер генәм,
Булырбыҙ мы мәңгегә?
Мөхәббәт көсө йәшәй миндә.
Дамирбек Токенбаев еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1