Адреналин
Ҡушымта:
Һин – хисем елкәне,
Һин – килсе, йәнем!
Һин – күңел йәме,
Һин, йылмайсы әле!
Һине күреү үҙе бәхет,
Йыуанып йөрөү ҙә рәхәт!
Мине хыялыйҙар итеп,
Ҡағыламы һинең зәхмәт?
Ялҡын тимәй, йылы эҙләп,
Утҡа инеп барам үҙем.
Теләп алған ауырыуым, –
Дуҫтар теләй миңә түҙем.
Дауам минең, һауам минең,
Минең теләп алған язам.
Телдән яҙам, һине күрһәм,
Дауам минең, әллә ҡазам?
Ҡаным ҡыҙа, күккә ашам,
Дауыл булып сиктән сығам.
Ә һин буйым етмәҫ йондоҙ,
Түҙ, йөрәгем, булсы сыҙам.
Бер-беребеҙгә уҡталған
Икебеҙҙең тартыу көсө.
Диңгеҙ кисеп һиңә барам,
Һине тик бер күрер өсөн!
Тау-таш аҡтарырға риза,
Булһа һүҙең, һөйәм тигән.
Тик битараф ҡына булма,
Һинһеҙ кибәм.
Һине күреү үҙе бәхет,
Йыуанып йөрөү ҙә рәхәт!
Мине хыялыйҙар итеп,
Ҡағыламы һинең зәхмәт.
Ялҡын тимәй, йылы эҙләп,
Утҡа инеп барам үҙем.
Теләп алған ауырыуым, -
Дуҫтар теләй миңә түҙем
Данил Сулейманов (DANY) еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2