Һыуыҡ йәй иркәләй биттәреңде һинең ,
Күҙең томанлана һағыш-уйҙарҙан .
Арып-талып һин гиҙәһең илдәр
Йыуаныс тапмай алыҫ юлдарҙан.
Һайран ҡалыр донъя буталғандан
Ниҙер эҙләйһең һин урау юлдарҙан.
Алыҫҡа бағып көтәһең бәхет,
Көтәһең бәхет әллә ҡайҙарҙан
Әйт, юлаусым, эҙләп-табыу бәхете хыялыңмы,
Бәндәләргә күндерергә һин иман уйланыңмы?
Әллә уйың билдәһеҙ нөктә,
Әллә һаҡсыл һүҙең үҙеңдә.

Донъя сума ҡара томандар эсенә
Яман уйҙар, аң-хистәрҙе ҡаҡлаусы,
Тик ерҙә көслө изге иман нур
Өмөт бирә беҙгә юлаусы.
Әйт, юлаусым, эҙләп-табыу бәхете хыялыңмы,
Бәндәләргә күндерергә һин иман уйланыңмы?
Әллә уйың билдәһеҙ нөктә,
Әллә һаҡсыл һүҙең үҙеңдә.
Әйт, юлаусым, эҙләп-табыу бәхете хыялыңмы,
Бәндәләргә күндерергә һин иман уйланыңмы?
Әллә уйың билдәһеҙ нөктә,
Әллә һаҡсыл һүҙең үҙеңдә.
Әйт, юлаусым, эҙләп-табыу бәхете хыялыңмы,
Бәндәләргә күндерергә һин иман уйланыңмы?
Дарвиш, Ф.Париж еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2