һөйгәнемә.
Һыуыҡ көҙҙөң икенсе төнөндә,
Ата әсәһен йылытып,
Доньяға алтын тыуғандыр
Бар тирә яҡты яңғратып!
Мин Аллама рахматлемен,
язмышымда йарем булганга
''Мин һине яратам'' тигән һүҙҙарҙе
ҡысҡырып әйтә алғанға.
Уның нуры мине алға әйҙәй.
Уның йылы һүҙе мине йылыта.
Уның гүзәл куҙҙәрена ҡарап,
Бар доньямды бөтөнләй онотам!
Әйтһен кеше ул һинеке түгел тейп
Яуабын мин тиҙ табырмын
"Аллам миңә уны тапшырган
һин бының менан ни эшләй алырһың"?
Беҙгә ҡаршы килгән һүҙҙәрҙән
Рәнйетмәҫмен йөрәк хистәрен
Алла тәҡдиренә ҡаршы килмәҫ
Был донъяла кеше көстәре
мин аллама рәхмәт әйтәмен
Ғүмеремдә һине осраткас
Аҡ мөхәббәт менән хине һылыуым
Хоҙайым хакына яратҡас!
Әгәр мин яныңда булмаһам
Яҡынайта алмаһам араларҙы
Үтенеп һорайым бер ҡасанда онотма бәпкәм
"МИН ҺИНЕ ЯРАТАМ!" тигән һүҙҙәрҙе!
Үтһен көндәр, үтһен ғүмер
Был донъяла бер ни мәңге түгел.
Һинһеҙ үткән бар көндәремдең,
Береһе лә һис бер йәл түгел!
Аллам зинһар доғамды ҡабул ит,
Минең мөхәббәтем мәңге һүнмәһен!
Тик мин һине яратам тигән һүҙҙәр,
Был донъяла мәңге үлмәһен!
Бер көн һине күрмәй үткәрһәм
Әҙермен ултырып иларға
Наҙлы көлөүеңде ишетмәһәм
Йөрәк сума моңһоу һағыштарға!
Айлы төндә күккә ҡарап
Йәмле йөҙөңде иҫкә төшөрәм
Төштәремдә хыял уйҙарымда
Һинең яндарыңа ашҡынам!
Йыһандағы яҡты йондоҙҙарҙы
Бер кем һанап бөтә алмаҫтыр
һиңә булған хис тойғоларҙы
Бер ҡәләм дә еткерә алмаҫтыр.
Аллам зинһар ярҙам ит миңә
Һөйгәнемде бәхетле итәргә
Ғүмер юлын ҡулға ҡул тотоноп
Ҡайғы күрмәй бергә үтәргә!
Мөхәбәтем, күңел нурым минең!
Йөрәгемдең йәшәү һулышы!
Башҡаларҙы һөймәм һине кеүек..Ғүмеремдең хыял табышы!!!
(Д.Абдрахманов.)
Денис Абдрахманов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2