Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Дилә Мөхәмәтйәрова - Атаһына оҡшаған ҡыҙ (Гөлнур Ҡыуатова һүҙҙәре, Гөлдәр Ишҡыуатова көйө) | Текст песни

1)Атаһына оҡшаған ҡыҙ
Бәхетле була, - тиҙәр.
Мин бит һиңә оҡшағанмын,
Теймәһен генә күҙҙәр.

Ҡушымта:
"Кемдең ҡыҙы?" "Атайҙыҡы!"-
Һәр саҡ булды яуабым.
Иркәләп кенә үҫтерҙе
Киң күңелле атайым.
Иркәләп кенә үҫтерҙе
Киң күңелле атайым.

2)Һинең йөрөш, һинең ҡараш
Күскәндер тоташ миңә.
Йылмайым көлөүҙәрем дә
Оҡшап тора тас һиңә.

Ҡушымта:
"Кемдең ҡыҙы?" "Атайҙыҡы!"-
Һәр саҡ булды яуабым.
Иркәләп кенә үҫтерҙе
Шат күңелле атайым.
Иркәләп кенә үҫтерҙе
Шат күңелле атайым.

3)
Бәләкәсем тип иркәләп
Үҫтерҙең наҙлап ҡына.
Мин бит һиңә оҡшағанмын
Тормошом бәхет кенә.

Ҡушымта:
"Кемдең ҡыҙы?" "Атайҙыҡы!"-
Һәр саҡ булды яуабым.
Иркәләп кенә үҫтерҙе
Шат күңелле атайым.
Иркәләп кенә үҫтерҙе
Киң күңелле атайым.
Иркәләп кенә үҫтерҙе
Киң күңелле атайым.
Киң күңелле атайым.

Дилә Мөхәмәтйәрова еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1